Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Июль 2017, 15:09

Балаларҙы автобуста йөрөтөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Хөкүмәте балаларҙы автобуста йөрөтөү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. 2017 йылдың 1 июленән балаларҙы ташыу өсөн автобустар сығарыу йылына талаптар ҡатыланды. Хөкүмәт ошо нормаға төҙәтмәләр индерҙе.
Ҡағиҙәләр буйынса, балалар төркөмдәрен йөрөтөү өсөн 10 йылдан да иҫкерәк булмаған автобустар файҙаланылырға тейеш. Ҡул ҡуйылған ҡарар менән автобустар сығарыу йылына талаптарҙың көсөнә инеүе 2017 йылдың 1 июленән 2018 йылдың 1 ғинуарына күсерелә.
Ҡабул ителгән ҡарар ил төбәктәренә һәм ойошмаларға балалар төркөмдәрен йөрөтөү өсөн файҙаланыласаҡ автобустар паркын яңыртыуҙы тамамларға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: