09:09 (UTC+5), 30 Июнь 2017

Константин Толкачев республикала реновация буласаҡмы, юҡмы икәнлеге хаҡында һөйләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостанда реновация (яңыртыу) үткәреү мөмкинлектәрен баһаланы. Был тема төбәктәр өсөн бөгөнгө көн мәсьәләһе түгел, тип иҫәпләй республиканың закондар сығарыу йыйылышы етәксеһе. Төбәктәр авариялы торлаҡтан күсереүгә өҫтөнлөк бирә.
«Торлаҡ һәр саҡ социаль сәйәсәт структураһында төп мәсьәләләрҙең береһе булды, һәм 1936 йылғы Конституциянан башлап торлаҡҡа хоҡуҡтың конституциялы, йәғни ил гражданының төп хоҡуҡтары иҫәбенә ҡарауы осраҡлы түгел. Ошо хоҡуҡты тормошҡа ашырыу һәр ваҡыт иҡтисади мөмкинлектәргә бәйле. Шуға күрә, Рәсәй өсөн реновация идеяһының маҡсатлы ярашлы булыуын аңлап, төбәктәрҙең уны бойомға ашырыу буйынса мөмкинлектәрен реаль баһаларға тейешбеҙ. Субъекттарҙың иҡтисади мөмкинлектәрен, бюджеттарының дотация кимәлен иҫәпкә алыу мөһим».
Үткән быуаттың урталарында төҙөлгән «хрущевкалар» әхлаҡи һәм физик яҡтан ныҡ иҫкергән, тип билдәләне Константин Толкачев. Иртәме-һуңмы, уларҙы һүтергә, илдә яңы йорттар төҙөргә тура киләсәк.
«Мәскәүҙең бөгөндән үк бының менән шөғөлләнергә мөмкинлеге бар. Ләкин күпселек төбәктәр өсөн реновация – бөгөнгө, хатта иртәгәһе көнгө мәсьәлә түгел. Хәҙер халыҡты иҫке һәм авариялы торлаҡтан күсереүгә өҫтөнлөк бирелә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк парламенты спикеры. — Шәхси сектор, барак тибындағы йорттар – быларҙың барыһын да баш ҡаланың ситендә лә, үҙәктә лә осратырға мөмкин. Бәләкәй ҡалаларҙағы торлаҡ фондының торошо тураһында әйтеп тораһы ла юҡ».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Федерация Советы Дәүләт Думаһының Мәскәүҙең торлаҡ фондын яңыртыу тураһында законын хупланы. Документта «реновация» төшөнсәһенә аңлатма, программаға инеү ихтималлығы булған йорттарға характеристика бирелә: 1957–1968 йылдарҙағы типовой проекттар буйынса һалынған туғыҙ ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттар. Закон күсереләсәк йорттарҙың хужаларына ошондай уҡ майҙанлы һәм хаҡлы уңайлы торлаҡ йәки аҡсалата компенсация алыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә яңы торлаҡ шул уҡ район йәки округ тирәһендә буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика