12:28 (UTC+5), 30 Июня 2017

Башҡортостандың килеме яҡынса өс миллиард һумға арта

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк бюджетының килем өлөшө – 2,86 миллиард, сығымы 4,28 миллиард һумға арта. 6 июлдә пленар ултырышта республика парламентарийҙары бюджетҡа тейешле үҙгәрештәрҙе раҫлаясаҡ. Ҡаҙнаның артыуы федераль бюджеттан түләүһеҙ керемдәр менән бәйле, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
«Шуға бәйле сығымдар ҙа артасаҡ. Өҫтәмә аҡса халыҡтың социаль тәьминәте менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә, – тип аңлатма бирҙе республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. – Үҙгәрештәр бынан алда раҫланған бюджет ассигнованиелары составында ҡалған аҡсаны ҡабаттан бүлеүҙе күҙ уңында тота. Һөҙөмтәлә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына хеҙмәт хаҡы фондтарын арттырыу өсөн 4 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү ҡаралған».
Бюджеттағы үҙгәрештәр республика адреслы инвестиция программаһының структураһына ла ҡағыла. 2017 йылда уның күләмен 2,08 миллиард һумға арттырыу күҙаллана, шул иҫәптән 860 миллион федераль аҡса ла ошо суммаға инә.
1 июнгә ҡарата республика бюджетын үтәү профицит менән барҙы. Килемдәр – 65,4 миллиард, сығымдар 56,13 миллиард һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика