10:53 (UTC+5), 28 Июня 2017

Азат Арыҫланов Бүздәк районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

«Бүздәк яңылыҡтары» гәзите редакцияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн IV саҡырылыш Бүздәк муниципаль район Советының ултырышы үтте, уның эшендә ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие, ойошма һәм учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.
Депутаттарға ҡарау өсөн Бүздәк районы хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе сығарылғайны.
Конкурс комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы Рөстәм Хәйҙәров әйтеүенсә, район башлығы вазифаһына биш кандидат дәғүә итте.
«Конкурс комиссияһы депутаттарға хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләү өсөн Бүздәк районы хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм финанстар буйынса урынбаҫары Азат Арыҫлановтың һәм Ҡаңлы-Төркәй ауыл советы башлығы Ғәли Шәғәлиевтың кандидатураларын тәҡдим итә», — тине ул, ултырышта ҡатнашыусыларҙы һәр кандидаттың биографияһы менән таныштырып.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса депутаттар бер тауыштан Азат Арыҫлановтың кандидатураһын хупланы һәм уны дүрт йылға Бүздәк муниципаль район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләне.
Арыҫланов Азат Марат улы 1983 йылдың 28 мартында Бүздәк районының Һабай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 2005 йылдың июлендә Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң «Буздякмолагропром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баш иҡтисадсы булып башлаған. 2006 йылдың ғинуарында Бүздәк районы хакимиәтенә сәнәғәт буйынса баш иҡтисадсы итеп күсерелгән. 2008 йылдың ғинуарында «Бүздәк мәғлүмәт-консультация үҙәге» муниципаль учреждениеһы директоры итеп тәғәйенләнгән.
2008 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән. 2009 йылда Финляндияла һәм Германияла стажировкала булып ҡайтҡан.
2011 йылдың октябренән Бүздәк районы хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм финанстар буйынса урынбаҫары.
Өйләнгән, улы бар.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика