09:11 (UTC+5), 27 Июня 2017

Республикала Рәсәй Президентын һайлауҙы Хәйҙәр Вәлиев етәкселегендәге Үҙәк һайлау комиссияһы тәьмин итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәҙерге рәйесе Хәйҙәр Вәлиев яңы срокка ҡайтанан һайланды. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы беренсе ултырышта йәшерен тауыш биреү юлы менән бер тауыштан рәйесте билдәләне.
Бынан алда Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәҙерге рәйесе Хәйҙәр Вәлиевты яңы срокка ҡайтанан һайларға тәҡдим иткәйне. Ошо хаҡта ҡарар Мәскәүҙә һайлауҙы ойоштороусыларҙың ултырышында ҡабул ителде.
Ведомство етәксеһе алдағы биш йылға һайланды. Быйыл ул муниципаль һайлауҙарҙы ойоштороуҙа ярҙам итәсәк. 2017 йылда берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда ике ҡала биләмәһе — Белорет һәм Бөрө, шулай уҡ Өфө районы Йоматау ауыл советы депутаттарын һайлау була. Бынан тыш, өҫтәмә һайлауҙар буйынса 168 һайлау кампанияһы ойошторола.
Ошо уҡ ултырышта рәйес урынбаҫары итеп Марат Ғаҙилов һайланды, Марина Долматова иһә секретарь вазифаһына һаҡлап ҡалды. Яҡын арала Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы 2018 йылдың мартында үтәсәк Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлекте башлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 майҙа Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы һайланды. Республика Башлығы үҙенең указы менән Үҙәк һайлау комиссияһының алты ағзаһын тәғәйенләне. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары ла республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә алты ағзаһын раҫланы.
Яңы состав 2017 йылдың 26 июнендә Үҙәк һайлау комиссияһы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле һайланды. Һайлауҙар тураһында федераль һәм төбәк ҡануниәтенә ярашлы, яңы составтағы Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына хәл иткес тауышҡа эйә 12 ағза инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика