03:00 (UTC+5), 23 Июня 2017

Алмазбәк Атамбаев: «Туғандаш халыҡтар араһында бәйләнештәрҙе нығытырға ваҡыт етте»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев дәүләт сәфәре барышында Өфөлә туғандаш халыҡтар араһында бәйләнештәрҙе нығытырға ваҡыт етте, тип белдерҙе.
«Беҙ бик күп ваҡытты юғалттыҡ, әммә уртаҡ тамырҙар, тарих һаҡланып ҡалды, — тине Алмазбәк Атамбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу аҙағында. — Туғандаш халыҡтар – ҡырғыҙҙар, башҡорттар, татарҙар араһында бәйләнештәрҙе нығытырға ваҡыт етте, ул Ҡырғыҙстан һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ла нығыта. Был бик мөһим».
Алда, айырыуса сауҙа-иҡтисади мәсьәләләрҙә, байтаҡ эш башҡарыу бурысы тора, тип билдәләне Ҡырғыҙстан Президенты.
«Беҙҙә иҫ киткес мөмкинлектәр: бөгөн-иртәгә ошо мәсьәләләрҙе сәфәр сиктәренән тыш та тикшерә аласаҡбыҙ, иҡтисадта һәм башҡа өлкәләрҙә лә ҙур алға китеш буласаҡ, тип уйлайым».
Дәүләт сәфәре барышында ни өсөн Башҡортостан һәм Татарстанды һайлауҙары тураһында һорауға яуап биреп, дуҫ республика етәксеһе: «Рәсәйгә, тыуған Башҡортостанға килеүемә бик шатмын. Был минең өсөн ата-бабаларым төйәге, миңә иң ҡәҙерле һәм яҡын ил», - тине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 июндә Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев килде. Дәүләт етәксеһен тормош иптәше Рәйсә Атамбаева оҙатып йөрөй. Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов менән Алмазбәк Атамбаевтың осрашыуы булды. Шулай уҡ Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Ҡырғыҙ Республикаһының сәнғәт оҫталары концерты уҙҙы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика