04:57 (UTC+5), 23 Июня 2017

Алмазбәк Атамбаев Рөстәм Хәмитовҡа бергәләп Путин түбәһенә күтәрелергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
«Тиҙ арала табыш биргән иҡтисад өлкәләренә баҫым яһарға кәрәк. Бөгөн һәм иртәгә ҡайҙа алға китеш булырҙай йүнәлештәрҙе тикшерербеҙ, бындай үҫеш нөктәләрен табырбыҙ тип уйлайым», — тине Ҡырғыҙстан Президенты осрашыу һуңынан журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Башҡортостан Башлығының фекеренсә, Ҡырғыҙстандан республикабыҙға тауар индереү өҫтөндә күберәк эшләргә кәрәк. Тәү сиратта, ул – емеш-еләк һәм туристик тармаҡ хеҙмәттәрен күрһәтеү менән башҡа йүнәлештәр, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Төбәк Башлығы иҫәпләүенсә, «ял итергә Ҡырғыҙстанға барыу зарур. Беҙҙә әлегә бәләкәй отрядтар менән ете меңлекте яулаған альпинистар бар, был ағым үҫергә тейеш».
«Алмазбәк Шаршенович менән бергә беҙҙең хыял бар – тау түбәһенә үрләү. Ныҡ юғарыға түгел, ә дүрт меңлеккә күтәрелергә теләйбеҙ», — тине Рөстәм Хәмитов. Алмазбәк Атамбаев Владимир Путиндың түбәһенә күтәрелергә тәҡдим итте.
Дуҫ ил альпинистарҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла көтөп ҡала, тип билдәләне Ҡырғыҙстан башлығы.
«Ысыҡкүл буйында халыҡ-ара аэропорт төҙөнөк. Томск, Новосибирск беҙгә рейстар асты. Һеҙгә лә асырға ваҡыт. Беҙҙә Египетҡа йәки Анталияға ҡарағанда күңеллерәк буласаҡ. Менталитет бер, дәүләт ҡырғыҙ теле менән рәсми телебеҙ рус. Беҙҙә барыһы ла яҡшы, ҡом да алтын».
Белешмә. 4446 метр бейеклектә Владимир Путин исемендәге түбә Ҡырғыҙстанда Бешкәктән 100 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Тянь-Шань тауҙарында урынлашҡан. Әлегә тиклем был түбәне һандар менән исемләгәндәр. 2010 йылдың декабрендә Ҡырғыҙстан депутаттары төркөмө ошо исемһеҙ тауҙы Владимир Путиндың исеме менән йөрөтөргә тәҡдим итте. Район депутаттарының тәҡдимен Ҡырғыҙстан хөкүмәте күтәреп сыҡты. 2010 йылдың 24 декабрендә Ҡырғыҙстан премьер-министры Алмазбәк Атамбаев Тань-Шань түбәләренең береһенә «Владимир Путин» тигән географик атаманы биреү тураһындағы закон проектына ҡул ҡуйҙы. 2011 йылдың 17 февралендә Ҡырғыҙстан парламенты хөкүмәт башланғысын хупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика