12:59 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Өфөгә Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев килде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев килде. Дәүләт етәксеһен тормош иптәше Рәйсә Атамбаева оҙатып йөрөй. Өфө аэропортында уларҙы төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм уның хәләл ефете Гөлшат Хәмитова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв ҡаршы алды.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов менән Алмазбәк Атамбаевтың осрашыуы була. Шулай уҡ Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Ҡырғыҙ Республикаһының сәнғәт оҫталары концерты уҙа.
Ҡырғыҙ Республикаһы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән республика тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә 3,1 процент сағыштырма ауырлыҡ менән бишенсе урынды биләй. 2016 йылда Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 30,7 миллион доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә экспорттан торған.
Башҡортостандан оҙатылған продукция араһында – нефть продукттары, шулай уҡ ҡорос сым, каустик һәм кальцийлы сода, гербицидтар, ашламалар, пластмасса әйберҙәр, ағас-сүсле һәм ағас-юнысҡы плитәләр. Импорттың төп тауарҙарына электр лампалары, алюминий һәм баҡыр изделиелар инә.
Республика биләмәһендә ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында биш предприятие эшләй. Улар сауҙа һәм хоҡуҡ өлкәһендә эшмәкәрлек менән мәшғүл.
2015 йылда Ҡырғыҙ Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре уҙҙы. 2006 йылдан республикала «Ала-Тоо» ҡырғыҙ милли үҙәге эшләй. Ҡырғыҙстандың ижади коллективтары һәм башҡарыусылары Башҡортостанда үткәрелгән конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың төп юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында 30-ҙан ашыу килешеү ғәмәлдә. 2016/2017 уҡыу йылында республика университеттарында 60 ҡырғыҙ студенты белем алды.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика