11:14 (UTC+5), 21 Июня 2017

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы вазифаһына кандидатты билдәләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының әлеге башлығы Хәйҙәр Вәлиевты яңы срокка һайларға тәҡдим итте. Ошо хаҡта ҡарар бөгөн Мәскәүҙә һайлауҙы ойоштороусыларҙың ултырышында ҡабул ителде. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһы был ҡарарҙы хупланы, берәүһе тауыш бирмәне. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы яңы составта беренсе ултырышҡа 27 июндә, элекке комиссияның вәкәләттәре ваҡыты тамамланғас, йыйыла. Был ултырышта алдағы биш йылға ведомство етәксеһен билдәләү бурысы тора.
Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы һайланды. Республика Башлығы үҙенең указы менән Үҙәк һайлау комиссияһының алты ағзаһын тәғәйенләне. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары ла республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә алты ағзаһын раҫланы.
Яңы состав 2017 йылдың 26 июнендә Үҙәк һайлау комиссияһы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле һайланды. Һайлауҙар тураһында федераль һәм төбәк ҡануниәтенә ярашлы, яңы составтағы Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына хәл иткес тауышҡа эйә 12 ағза инә.
Республика һайлау комиссияһы ағзаларының яртыһын — Дәүләт Йыйылышы, икенсе яртыһын Башҡортостан Башлығы тәғәйенләй. Шуның менән бергә Дәүләт Йыйылышы ла, республика Башлығы ла Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдимдәре нигеҙендә һайлау комиссияһына берҙән дә кәм булмаған ағза тәғәйенләргә тейеш.
Бынан алда Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы республика Башлығына хәҙерге рәйес Хәйҙәр Вәлиевты яңы составтағы төбәк комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләргә, Дәүләт Йыйылышына иһә ғәмәлдәге составтағы комиссия секретары Марина Долматованы тәҡдим иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика