12:34 (UTC+5), 21 Июнь 2017

Башҡортостанда бөтә дәүләт киң мәғлүмәт саралары өсөн берҙәм интернет-платформа булдырыласаҡ

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда бөтә дәүләт киң мәғлүмәт саралары өсөн берҙәм интернет-платформа булдырырға ниәтләйҙәр. Был төбәктең киң коммуникациялар системаһында барған ҡайһы бер процестарҙы оптималләштерергә, һәм һуңынан баҫмаларҙың рейтингын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты ултырышында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдерҙе.
«Ҡағыҙ баҫмаларҙы ҡулланыуҙың кәмеүен аңлайбыҙ. Бындай хәлдә беҙ, башҡалар кеүек үк, баҫма мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшөн интернетта эшләүгә йүнәлтәбеҙ», — тип белдерҙе ведомство башлығы, депутаттар алдында сығыш яһап.
Төбәк киң мәғлүмәт сараларының перспективалары хаҡында һөйләгәндә, Борис Мелкоедов, быйыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика биләмәһендә кабель селтәрҙәр өсөн 20 мотлаҡ һәр кем ҡарай алырлыҡ каналдар пакетына индерелде, тип өҫтәне. Артабан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы өсөн федераль һанлы эфир мультиплексы составына инеү маҡсаты ҡуйылған.
Проценттар нисбәтендә телевидение һәм интернет әүәлгесә дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге тураһында төп мәғлүмәт сығанаҡтары булып ҡала, тип Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы мәғлүмәттәрен килтерҙе ведомсто етәксеһе.
«Төп бурысыбыҙ — республика халҡына мәғлүмәт еткереү. Бының өсөн беҙҙә ныҡлы нигеҙ бар: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рәсәйҙә төбәк телевидениелары араһында өсөнсө баҫҡысты биләй, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өҙөмтә килтереү индексы буйынса «Медиалогия» компанияһының рейтингында беренселәр рәтендә. Баҫма мәғлүмәт сараларының йөкмәткеһе йәһәтенән дә республика илдә алдынғы урындарҙа килә», — тип билдәләне Борис Мелкоедов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика