02:06 (UTC+5), 21 Июня 2017

Башҡортостанға Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев килә

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 22-23 июндә Башҡортостан Республикаһына Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев килә. Был турала төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Алмазбәк Атамбаев менән осрашасаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә Ҡырғыҙ Республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты үтәсәк.
Рәсәй Федерацияһы Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 20 июндә Кремлдә Владимир Путин Алмазбәк Атамбаев менән һөйләште. Ҡырғыҙ Республикаһы башлығы Рәсәйгә дәүләт сәфәре менән килгән.
Әңгәмә барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Һуңыраҡ һөйләшеү делегация ағзалары ҡатнашлығында дауам итте.
Һөйләшеү башланыр алдынан рәсми рәүештә осрашыу тантанаһы үтте. Ике дәүләт башлығы үҙ делегацияһы ағзалары менән таныштырҙы.
Сәфәр һөҙөмтәһендә хеҙмәттәшлек тураһында ведомство-ара килешеү төҙөлдө. Владимир Путин һәм Алмазбәк Атамбаев Рәсәй Федерацияһы менән Ҡырғыҙ Республикаһы араһында союздашлыҡты һәм стратегик партнерлыҡты нығытыу хаҡындағы Декларацияға ҡул ҡуйҙы.
Һуңыраҡ Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев һәм Рәйсә Атамбаеваның килеүе хөрмәтенә Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән төшкө аш булды.
Был сараларҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика