07:07 (UTC+5), 19 Июнь 2017

Ҡытайҙа Хэйлунцзян провинцияһы менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙеләр

Башҡортостан Хөкүмәте
Башҡортостан Хөкүмәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыштағы Хэйлунцзян провинцияһына сәфәре дауам итә. 17 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Хэйлунцзян провинцияһы губернаторы урынбаҫары Би әфәнде менән осрашты.
Осрашыу Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының Харбин ҡалаһында IV Рәсәй-Ҡытай форумында ҡатнашыуы сиктәрендә уҙҙы. Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек, уртаҡ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә үҙ-ара эш итеү, ике төбәктең, эшҡыуарлыҡ структураларының хөкүмәт-ара бәйләнештәрен ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Хэйлунцзян провинцияһы үҙенең иҡтисади структураһы буйынса Башҡортостан Республикаһы менән оҡшаш. Бында яғыулыҡ-энергетика комплексы, машина эшләү, ауыл хужалығы, туризм үҫешкән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика