12:30 (UTC+5), 19 Июня 2017

Башҡортостанда «Таҙа ҡулдар» тигән коррупцияға ҡаршы акция башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Таҙа ҡулдар» тигән коррупцияға ҡаршы акция уҙғарыла. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының сираттағы проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Туймазы ҡалаһында партияның беренсел бүлексәләре секретарҙары өсөн зона уҡыу семинарында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта һөйләне.
Акция барышында республика муниципалитеттары хакимиәттәре башлыҡтары һәм депутаттарының килеме, сығымы һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерәләр. Мәғлүмәттәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүе асыҡланһа, мәсьәләне партияның төбәк сәйәси советында ҡарайҙар, һуңынан уны республика башлығы хакимиәтенә ебәрәләр.
«Коррупцияға ҡаршы көрәшкә Рәсәй Президенты етди иғтибар бүлә. Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса аныҡ сараларҙы коллегаларыбыҙ менән апрелдә Санкт-Петербургта Рәсәй Федерацияһының Закон сығарыусылар советы ултырышында тикшергәйнек инде. Тәҡдимдәребеҙҙе илдең юғары етәкселеге хупланы, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Бөтә ерҙә, бөтә законлы көстәр һәм саралар, шул иҫәптән сәйәси партиялар эсендә ошондай акциялар менән коррупцияға ҡаршы көрәш алып барыу зарур. Закон сығарыу кимәлендә республикала ошо йүнәлештә етди аҙымдар яһайбыҙ. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында Контроль-иҫәп палатаһы тураһында»ғы законға үҙгәрештәр ҡабул иттек».
Төбәк парламенты спикеры һүҙҙәренсә, «тиҙҙән коррупцияға ҡаршы көрәшеү маҡсатында урындағы үҙидара өлкәһендәге бер нисә республика законына үҙгәрештәр индереү планлаштырыла». Был норматив акттар вазифалы кешеләрҙең килеме һәм сығымы хаҡында мәғлүмәттәр биреү мәсьәләләре менән бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика