09:54 (UTC+5), 16 Июнь 2017

Республика делегацияһы «Волга-Янцзы» форматында хеҙмәттәшлек буйынса Совет ултырышында ҡатнашты

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 16 июндә Башҡортостандың рәсми делегацияһы Волга буйы федераль округының һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Янцзы йылғаһының үрге-урта ағымы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек буйынса Советтың икенсе ултырышында ҡатнашты. Сара Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы Хэфэй ҡалаһында уҙҙы. Ултырышты Ҡытай яғынан Совет рәйестәше — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт Советы ағзаһы Ян Цзечи, Рәсәй яғынан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич асты.
Сарала Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы төбәктәре, Үҫеш һәм реформа буйынса дәүләт комитеты, Коммерция министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Туризм буйынса дәүләт идаралығы һәм Дәүләт үҫеш банкы вәкилдәре ҡатнашты.
Бер нисә төбәктең вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы төбәктәренең Ҡытай Халыҡ Республикаһы Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең торошо һәм үҫеш мөмкинлектәре хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Башҡортостан менән республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов таныштырҙы.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 16 июндә Башҡортостан менән Аньхой, Сычуань провинциялары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә, республика менән Цзянси провинцияһы, Ҡытай үҫеш банкы араһында инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереү ниәттәре хаҡында протоколға, шулай уҡ Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән Цзянси провинцияһының Мәҙәниәт департаменты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика