10:59 (UTC+5), 15 Июня 2017

Башҡортостан делегацияһы IV «ЭКСПО-2017» Рәсәй-Ҡытай форумында ҡатнаша

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендәге республика делегацияһы IV «ЭКСПО-2017» Рәсәй-Ҡытай форумында ҡатнаша. Форум төньяҡ-көнсығыш Ҡытайҙағы Хэйлунцзян провинцияһының административ үҙәге Харбинда 28-се Харбин халыҡ-ара сауҙа-иҡтисади йәрминкәһе менән бер ваҡытта бара.
Беренсе тапҡыр ошондай йәрминкә 1990 йылда булғайны, шунан бирле йыл һайын үткәрелә. Ул Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Рәсәй өсөн мөһим ике яҡлы сауҙа-иҡтисади сара булып тора. Тап ошо йәрминкә нигеҙендә Рәсәй-Ҡытай ЭКСПО – дәүләт кимәлендәге күргәҙмәләр майҙансығы булдырылды.
Республикабыҙ вәкилдәре Сычуань провинцияһының вице-губернаторы Жчу Хэсинь етәкселегендәге рәсми делегация менән осрашты. Яҡтар сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Ҡытай партнерҙары Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыу өсөн яңы инвестиция проекттарын – Сычуань провинцияһының Лэшань ҡалаһы инвесторҙары ҡатнашлығында төҙөлөш материалдарын етештерергә, туристик йүнәлеште үҫтерергә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика