04:43 (UTC+5), 14 Июня 2017

Төбәктә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Рәсәй көнөн Ҙур Ирәмәлгә күтәрелеү менән билдәләне

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе активистары Рәсәй көнөндә Ҙур Ирәмәлгә күтәрелде. Көньяҡ Уралдың бейеклеге буйынса икенсе түбәһенә йәмәғәтселәр Рәсәйҙең һәм Халыҡ фронтының флагтарын ҡуйҙы.
«12 июнь – илебеҙ өсөн мөһим көн, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республикала «Генераль йыйыштырыу» проекты координаторы Морат Шафиҡов. – Рәсәй көнө – ул азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ һәм милли берләшеү билдәһе. Иң йәш дәүләт байрамдарының береһе булыуына ҡарамаҫтан, ул ысынлап та халыҡ байрамына әйләнде. Уны Рәсәй көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашыусы кешеләрҙең һаны буйынса күрәбеҙ. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар араһында йәштәрҙең күп булыуы айырыуса ҡыуандыра. Беҙҙең акция шулай уҡ оло быуын кешеләрен, үҫмерҙәрҙе лә берләштерҙе».
Башҡорттарҙа Ирәмәл тауы изге урын булып һанала һәм уға күтәрелеү – кеше ғүмерендә бик мөһим ваҡиға. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистарының фекеренсә, ике мөһим ваҡиғаны берләштереү – Рәсәй көнөндә тауға күтәрелеү – ҙур патриотик әһәмиәткә эйә.
«Бындай акциялар ил тарихына ҡыҙыҡһыныу, ватансылыҡ, үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уята. Тауҙың түбәһендә бөйөк дәүләттең флагын тотоп, үҙеңде ошо ҙур дәүләттең айырылғыһыҙ өлөшө итеп хис итәһең», — тип билдәләне Морат Шафиҡов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика