12:32 (UTC+5), 14 Июня 2017

Республика Башлығы Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составын раҫланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы үҙенең указы менән Үҙәк һайлау комиссияһының алты ағзаһын тәғәйенләне. Шулай итеп, Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһын формалаштырыуҙы тамамланы.
Төбәк башлығы түбәндәгеләрҙе тәғәйенләне:
— Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ғәмәлдәге рәйесе Хәйҙәр Вәлиевты (Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткән),
— Марат Ғәҙеловты (Кушнаренко район Советы тәҡдим иткән),
— Ләйсән Ғарипованы (ЛДПР партияһы), Илдар Кәримовты (Благовещен район Советы тәҡдим иткән),
— Геннадий Шабаевты («Рәсәй патриоттары» партияһы күрһәткән),
— Руслан Ямалетдиновты («Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим иткән).
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары ла Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә алты ағзаһын һайланы.
Яңы состав 2017 йылдың июнендә Үҙәк һайлау комиссияһы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле һайлана. Һайлауҙар тураһында федераль һәм төбәк ҡануниәтенә ярашлы, яңы составтағы Үҙәк һайлау комиссияһына хәл иткес тауышҡа эйә 12 ағза инә.
Республика һайлау комиссияһы ағзаларының яртыһын — Дәүләт Йыйылышы, икенсе яртыһын Башҡортостан Башлығы тәғәйенләй. Шуның менән бергә Дәүләт Йыйылышы ла, республика Башлығы ла Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдимдәре нигеҙендә һайлау комиссияһына берҙән дә кәм булмаған ағза тәғәйенләргә тейеш.
Бынан алда Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы республика Башлығына хәҙерге рәйес Хәйҙәр Вәлиевты яңы составтағы төбәк комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләргә, Дәүләт Йыйылышына иһә ғәмәлдәге составтағы комиссия секретары Марина Долматованы тәҡдим иткәйне.
Комиссия кандидаттар исемлеген күрһәткән һәм Дәүләт Думаһында, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында депутатлыҡ мандаттарын бүлеү рөхсәт ителгән сәйәси партиялар, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары, бынан алдағы составтағы Үҙәк һайлау комиссияһы, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының тәҡдимдәре нигеҙендә һайланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика