07:15 (UTC+5), 14 Июнь 2017

Башҡортостан парламентарийҙары һалымдар һәм йыйымдар тураһында ҡануниәттең үтәлешен баһалай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк парламентының яҙғы сессияһының һуңғынан алдағы ултырышы Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең төбәктә һалымдар һәм йыйымдар хаҡында ҡануниәттең үтәлеше тураһында мәғлүмәтен тыңлауҙан башланды. Һалым хеҙмәте башлығы депутаттар алдында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Дәүләт Йыйылышының федераль властың территориаль органдары менән үҙ-ара эш итеү практикаһына республика парламентының алдағы ултырышында башланғыс һалынды. Ул саҡта депутаттар алдында Башҡортостан прокуроры сығыш яһағайны.
Көн тәртибендә шулай уҡ 2016 йылда «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһын, сеймалын һәм аҙыҡ-түлек һатыу баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында доклад тыңлау ҡаралған.
Ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкаларының мировой судьяларын һәм Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү хаҡында ҡарар ҡабул итергә тейеш.
«Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы Үҙәк һайлау комиссияһының составына хәл иткес тауышҡа эйә ун ике ағза һайлана. Шуларҙың алтауһын –Дәүләт Йыйылышы һәм ҡалғандарын Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәғәйенләй. Дәүләт Йыйылышына алтауҙан күберәк кандидатҡа ғаризалар килде, шуға күрә депутаттарға тәғәйенләү тураһында мәсьәләне рейтинг тауыш биреү юлы менән хәл итеү бурысы тора», – тип аңлатма бирҙе республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.
Беренсе уҡыуға тәҡдим ителгән закон проекттары иҫәбендә «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы төбәк законына үҙгәреш индереү тураһында» закон проекты бар. Уға ярашлы, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәргә компенсацияны ҡабаттан түләй башларға тәҡдим ителә. Ағымдағы йылдың 30 ғинуарында республика Хөкүмәте башланғысы менән ғаиләләргә адресы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» 464-з Законы ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, бер кешегә уртаса килеме йәшәү минимумының 1,5 күләменән артмаған ғаиләләрҙең генә компенсация алыу хоҡуғы һаҡлана ине.
Ултырыштың көн тәртибенә бөтәһе 37 мәсьәлә индерелгән. Уларҙың 18-е республика закон проекттарына ҡағыла, шулар араһынан етәүһе тәүге тапҡыр ҡарауға тәҡдим ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика