08:03 (UTC+5), 13 Июня 2017

15 июндә Владимир Путин Рәсәй халҡы менән «Тура бәйләнеш»кә сыға

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 15 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә «Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанциялары эфирында «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» уҙғарыла. Дәүләт башлығы рәсәйҙәр менән аралашыу барышында уларҙы ҡыҙыҡһындырған илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һорауҙы телефондан шылтыратып, SMS йәки MMS-хәбәр менән, шулай уҡ сайт йә иһә махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.
«Тура бәйләнеш»кә мөрәжәғәттәр «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре менән ҡулланыусыларҙан да ҡабул ителә. Быйыл социаль селтәрҙәр ярҙамында һорау ебәрергә генә түгел, видеоролик яҙҙырып та Президентҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Һорауҙар ҡабул ителә башлаған да инде. Уларҙы программа тамамланғанға ҡәҙәр бирергә мөмкин. Иң ҡыҙыҡлылары һәм мөһимдәре тура эфир барышында яңғырай.
8–800–200–40–40 номеры буйынса Хәбәрҙәрҙе эшкәртеүҙең берҙәм үҙәгенә Рәсәйҙең теләһә ҡайһы нөктәһенән шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Сит илдән Хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.
SMS һәм MMS-хәбәрҙәр рәүешендәге һорауҙар 0–40–40 номерына Рәсәйҙең элемтә операторҙары телефондарынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы рус телендә генә бирергә кәрәк. Уның күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.
Һорауҙы moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) сайтында ла ҡалдырырға мөмкин. Унда «Тура бәйләнеш», Хәбәрҙәрҙе эшкәртеүҙең берҙәм үҙәге менән бәйләнешә сығыу юлдары, шулай уҡ бынан алдағы тапшырыуҙарҙың эфиры хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән.
Мобиль ҡоролмалар өсөн «Мәскәү – Путинға» рәсми ҡушымтаһы AppStore һәм GooglePlay онлайн магазиндарында бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика