08:44 (UTC+5), 09 Июнь 2017

Владимир Путин Астанала Си Цзиньпин менән осрашты

kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесенең Мәскәүгә киләсәген ике ил мөнәсәбәттәрендә төп ваҡиға тип атаны. Рәсәй Президенты Си Цзиньпин менән Астанала осрашты, бөгөн унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Советының ултырышы була. Дәүләт башлыҡтары халыҡ-ара көн тәртибен тикшереү өсөн һәр мөмкинлекте файҙалана.
«Төрлө майҙансыҡтарҙа бик күп осрашыуҙар беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Ҡатмарлы халыҡ-ара хәлдәр фонында үҙ-ара эш итеүебеҙ һәм бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтеүебеҙ донъя өсөн ҙур әһәмиәткә эйә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ҡытай лидеры.
20 көндән һуң Мәскәүҙә Путин менән осрашыуыма бик шат буласаҡмын, тип билдәләне ул. «Рәсәй көнө менән ихлас ҡотлайым һәм һеҙҙең етәкселектә илдең тергеҙеү юлында уңыштарға өлгәшеүен теләйем», — тине Си Цзиньпин.
Былтыр Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында тауар әйләнеше 66 миллиард долларға тиклем 4 процентҡа тиерлек артҡан, тип хәбәр итә «Российская газета».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ШОС Советының Владимир Путин ҡатнашлығындағы ултырышы 2015 йылда Өфөлә үткәйне. Киләһе ултырыштың Силәбелә уҙыуы мөмкин — күрше төбәк тейешле ғариза биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика