07:08 (UTC+5), 08 Июнь 2017

Ранэль Зинәтуллин Татарстандың Башҡортостандағы вәкиле итеп тәғәйенләнде

http://kazan-news.net
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Ранэль Зинәтуллинды Татарстандың Башҡортостан Республикаһындағы даими вәкиле вазифаһына тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Татарстан Республикаһы хөкүмәте порталында баҫылған, тип яҙа inkazan.ru.
Зинәтуллин был вазифала өс йыл эшләйәсәк. 7 мартта Миңлеханов 2011 йылдың мартынан алып ошо урынды биләгән Альберт Мәҡсүтовты Башҡортостандағы даими вәкил вазифаһынан бушатты.
Ранэль Зинәтуллин 1972 йылдың 16 майында Ҡазанда тыуған, Хабаровск дәүләт техник университетын һәм ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. 2003-2016 йылдарҙа Хабаровскиҙа һәм Владивостокта коммерция ойошмаларында етәксе вазифаларҙы башҡара, һуңынан Бөтә донъя татарҙары конгресының башҡарма комитетына эшкә күсә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика