04:53 (UTC+5), 06 Июнь 2017

Республика парламентарийҙары ҡануни рәүештә балалар баҡсаһы өсөн компенсацияларҙы ҡайтарасаҡ

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан парламентарийҙары ҡануни рәүештә балалар баҡсаһы өсөн компенсацияларҙы ҡайтарасаҡ. Республика Дәүләт Йыйылышының алдағы ултырышында тейешле закон проекты ҡараласаҡ. Уға ярашлы, республика халҡы элек дәүләт һәм муниципаль балалар баҡсаһына балаларҙы йөрөтөү өсөн алған компенсацияларҙы йәнә бюджеттан түләргә тәҡдим ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 30 ғинуарында республика Хөкүмәте тарафынан ғаиләләрғә адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы 464-се закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, ғаиләнең килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған осраҡта ғына компенсация хоҡуғы һаҡлана ине.
«Ошо законды ҡабул иткәндән һуң мохтажлыҡты иҫәпкә алмайынса граждандарҙың бөтә категорияһына ла компенсацияларҙы ҡалдарыу үтенесе менән халыҡтан байтаҡ мөрәжәғәттәр булды, сөнки бәләкәй балалары булған күп кенә ғаиләләр өсөн – ул ярайһы уҡ ҙур ярҙам. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ыңғай ҡарашын белдереп, артабан да компенсацияларҙы түләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты, – тип һөйләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Хөкүмәт менән берлектә ошо мәсьәләне өйрәндек. Алдағы ултырышта законға тейешле үҙгәрештәр индереү ҡараласаҡ, уның һөҙөмтәһендә бөтә ғаиләләр ҙә йәнә компенсация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Депутаттар ошо проектты бер тауыштан хуплар тип ышанам».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика