08:21 (UTC+5), 06 Июня 2017

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының составы билдәләнде

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы составы билдәле булды. Республика Башлығы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тарафынан раҫланған палата ағзалары ҡалған ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Йәмәғәт палатаһына бөтәһе 29 кандидатҡа мәғлүмәт килде. Йәмәғәт палатаһының бишенсе составындағы эшсе төркөмө уларҙы ҡануниәт талаптарына тап килеүенә тикшерҙе. Һөҙөмтәлә 14 вәкил ҡануниәт талаптарына тап килмәй тип танылды.
«Йәмәғәт палатаһының бишенсе составы коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәренән тора. Был айырыуса мөһим, сөнки йәмәғәтселәр ябай граждандарҙың проблемаларын башҡаларҙан нығыраҡ белә, — тип билдәләне Рәсәй Йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе Айрат Назыров. — Яңы состав эксперт берләшмә вәкилдәренә бай, улар төбәгебеҙҙең айырым бер үҙенсәлектәрен күрә. Унан да бигерәк, Йәмәғәт палатаһы теге йәки был закондарға урынһыҙ тәҡдимдәрҙең аныҡ факттарын «нуленсе уҡыуҙарҙа» уҡ асыҡлауға йүнәлтелгән».
«Йәмәғәт палатаһының составы ярайһы уҡ яңырҙы, унда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың вәкилдәре күберәк – ул кешеләр йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, республикабыҙ граждандарының мәнфәғәтен, уларҙың хоҡуғын яҡлау менән ҡыҙыҡһына», — тип билдәләне Башҡортостандағы Йәш гвардия штабы етәксеһе Люциә Юлаева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика