12:26 (UTC+5), 05 Июня 2017

Башҡортостанға Саксония Ландтагының рәсми делегацияһы килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Саксония Ландтагы делегацияһы (Германия Федератив Республикаһы), Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның Парламент форумы ағзалары килә. Европа парламентарийҙары республикаға 7 июндә килә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегендә. Делегацияны Саксония Ландтагы ағзаһы, Көнсығыш Европаның Парламент форумы президенты, Саксония Ирекле дәүләтенең дәүләт юстиция министры Себастьян Гемков етәкләй.
Саксония вәкилдәре республика етәкселеге, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, төбәктең эшлекле даирәләре менән осрашырға ниәтләй. Сәфәр программаһында шулай уҡ Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә, Милли музейға, Ф. Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертына барыу ҡаралған.
Йома, 9 июндә, немец делегацияһы Өфө дәүләт нефть техник университеты етәкселеге һәм уҡытыусылары менән осраша. Шул уҡ көндә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең мемориаль комплексы, Өфөләге «Ләлә-Тюльпан» мәсете менән таныштырыу һәм Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу планлаштырылған. Делегация ағзалары Рәсәйҙең репрессияланған немецтары һәйкәленә сәскә һаласаҡ.
Һуңғы көндә Саксония ҡунаҡтары Ҡырмыҫҡалы районында «Һабантуй» байрамында ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика