10:00 (UTC+5), 02 Июнь 2017

Төбәктә Мари мәҙәниәте көндәре уҙа

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Кесе йома, 1 июндә, Бөрө ҡалаһында Мари мәҙәниәте көндәре башланды. Байрам итеү сиктәрендә I Мари халҡы съезының 100 йыллығына арналған «Мари халҡының этномәҙәни оҡшашлығын булдырыуҙа мәҙәниәт һәм мәғарифтың роле: тарихи боронғолоҡ» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов конференцияла ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелә: «Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостандың күп милләтле халыҡтары исеменән «Мари халҡының этномәҙәни оҡшашлығын булдырыуҙа мәҙәниәт һәм мәғарифтың роле: тарихи боронғолоҡ» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем. Башҡортостандың нәҡ ошо ерендә 1917 йылда мари халҡының беренсе съезы уҙҙы. Уның делегаттары Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә мари этносының киләсәген билдәләүсе бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашты».
«Шул ваҡыттан алып теүәл бер быуат ваҡыт үтте. Башҡортостан мариҙары туған телен, үҙенә генә хас мәҙәниәтте, бай йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалды. Дәүләт власы, урындағы үҙидара һәм республикалағы мари йәмәғәтселегенең уртаҡ ярҙамы менән мариҙар туған телен өйрәнә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, — тиелә республика Башлығының Башҡортостан ерендә йәшәүсе мариҙарҙың тормошо хаҡындағы телмәрҙә. — Мари филологияһына нигеҙ һалыусы Валериан Васильевтың, йәмәғәт эшмәкәре Николай Алексеевтың, мари әҙәбиәте классигы Яныш Ялкандың, композитор Алексей Искәндәровтың музейҙары асылған. «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы ҙур эш алып бара. Мари мәҙәниәте көндәренең саралары милли мәҙәниәттәрҙе үҙ-ара байытыуға, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә».
Бөрөгә Мари Иле Республикаһынан 103 кешенән торған делегация килде, 140-лаған кеше Башҡортостандан мари мәҙәниәте менән таныштырҙы. Конференция башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар һәм байрам ҡунаҡтары музейҙа һәм мариҙарҙың тормошона арналған майҙансыҡтарҙа һәм күргәҙмәләрҙә булды. I Мари халҡының съезына йөҙ йыл тулыу уңайынан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Кискеһен Ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты үтте. Йома көндө, 2 июндә, Ҡалтасыла «Ший кандра» («Көмөш бау») традицион көнсығыш-мари бейеүҙәре фестивале уҙа.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика