12:29 (UTC+5), 02 Июня 2017

Бүздәк районында – яңы етәксе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 2 июндә, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Радик Хәзиев вазифаһынан китте. Район Советы ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде. Хакимиәт етәксеһенең вәкәләттәре, үҙ теләге буйынса ғариза менән бәйле, ваҡытынан алда туҡтатылды, тип асыҡлыҡ индерҙеләр муниципалитетта. Радик Хәзиев районға 14 йыл етәкселек итте.
Бүздәк районы хакимиәте етәксеһе вазифаһын 34 йәшлек Азат Арыҫланов башҡарасаҡ. Быға тиклем ул район башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булды.
Башҡортостанда муниципаль район башлыҡтары район советтары депутаттары тарафынан конкурс нигеҙендә һайлана. Бүздәк районы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс 28 июнгә тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика