Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июнь 2017, 09:47

Владимир Путин Төркиәгә ҡарата иҡтисади сараларҙы бөтөрҙө

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Төркиәгә ҡарата бер нисә махсус иҡтисади сараларҙы бөтөрҙө. Ошо хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Илебеҙ етәксеһе Рәсәйҙә Төркиә хеҙмәткәрҙәрен яллауға сикләүҙәрҙе бөтөрҙө. Шулай уҡ айырым эшмәкәрлек төрҙәре буйынса Төркиә компанияларының эшенә сикләүҙәр юҡҡа сығарылды. Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығына Төркиәгә граждандарҙың үҙ-ара йөрөүе шарттары хаҡындағы килешеүҙәрҙең эшләүен өлөшләтә яңыртыу тураһында хәбәр итергә ҡушылды.
27 майҙа Рәсәй һәм Төркиә президенттары телефон аша һөйләште. Улар сауҙа-иҡтисади өлкәлә сикләүҙәрҙе бөтөрөү хаҡындағы килешеүҙәрҙе, шулай уҡ атом электр станцияһы һәм «Төркиә ағымы» газ үткәргесе төҙөлөшөн тикшерҙе.
Бынан тыш, 22 майҙа Мәскәү һәм Анкара Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты сиктәрендә ике яҡтың да сауҙала булған сикләүҙәрҙе бөтөрөүе тураһында уртаҡ ғаризаға ҡул ҡуйҙы.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: