10:30 (UTC+5), 01 Июня 2017

Республикала күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостан Хөкүмәтендә 45 күп балалы ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһын вице-премьер Салауат Сәғитов үткәрҙе.
— Бөгөн — тәү сиратта әсәләр байрамы ул, — тип билдәләне республика Министрҙар Кабинетының социаль блогы етәксеһе. — Үҫеп килгән кешенең оло донъяға ниндәй шәхес булып аяҡ баҫыуы тап һеҙҙән тора. Һеҙ балаларҙы һәм тормошто нисек итеп яратырға кәрәклеген күрһәтәһегеҙ.
Чиновник хөкүмәттә төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу саралары буйынса эшсе төркөм ойошторолоуын әйтеп үтте. Йәш ғаиләләрҙән тәүге бала тыуғанда 300 мең һум аҡса алыуға ғаризалар килә башлаған, студент ғаиләләренә пособиеларҙы арттырыу һәм ярҙам итеү пландары, башҡа саралар раҫланған.
Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып тапшырыла. Дәүләт наградаһы менән биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика