08:11 (UTC+5), 31 Май 2017

Башҡортостанда пенсионерҙар, инвалидтар һәм күп балалылар бушлай юридик ярҙам аласаҡ

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда дәүләт юридик бюроһы эшләмәгән пенсионерҙарға, өсөнсө төркөм инвалидтарына, хәрби хәрәкәт ветерандарына, сәйәси репрессиялар ҡорбандарына, күп балалы йәки яңғыҙ ата-әсәгә бушлай юридик ярҙам күрһәтәсәк. Техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә радицияға дусар булғандар, шулай уҡ «Рәсәйҙең почетлы доноры» һәм «СССР-ҙың почетлы доноры» билдәләре менән бүләкләнгәндәр өсөн дә льготалар ҡаралған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты депутаттары тәүге уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡараны.
Республика закон сығарыусылары бушлай квалификациялы юридик ярҙам алыуға граждандарҙың исемлеген киңәйтеү буйынса үҙ хоҡуғы менән файҙаланды. Был федераль ҡануниәттә күҙ уңында тотолған, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында биш суд участкаһының мировой судьяһы вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар ҡаралды. Парламентарийҙар Дәүләт Думаһына хәрби бурыс тураһындағы федераль законға төҙәтмәләр индереү буйынса башланғысты хупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика