10:32 (UTC+5), 30 Мая 2017

Дәүләт Йыйылышы Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составына кандидаттарҙы билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 30 майҙа, Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты ултырышында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар ҡаралды.
Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттар буйынса туғыҙ тәҡдим килде. Улар
— «Газ Охрана Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Бикмәтов (Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткән),
— «Зенит» балалар туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экскурсиялар үҙәге методисы Владимир Гершов («Яблоко» партияһы),
— Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова (Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткән),
— Башҡортостан махсуслаштырылған адвокаттар коллегияһы советы ағзаһы Игорь Ермолаев («Ғәҙел Рәсәй» партияһы),
— Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы аппараты бүлеге мөдире Таһир Закиров,
— Сәғитйән Иҙиәтуллин («Рәсәй коммунистары» партияһы),
— «Берҙәм энергетика системаһының системалы операторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалында әйҙәүсе юрисконсульт Вадим Садиҡов (КПРФ),
— «АртЛекс» адвокаттар коллегияһы адвокаты Елена Суфиянова (Учалы районы советы тәҡдим иткән),
— Рузилә Яҡупова (Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһы).
Комитет етәксеһе Румиль Аҙнабаев һүҙҙәренсә, бөтә кандидаттар ҙа ҡануниәт талаптарына тап килә. Рейтинг тауыш биреү 14 июндә пленар ултырышта уҙғарыла. Һөҙөмтәлә алты кандидат ҡалырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика