04:58 (UTC+5), 29 Мая 2017

Республикала Рима Баталованың «Спорт легендаһы» еңел атлетика кросы уҙҙы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Рима Баталованың «Спорт легендаһы» IX район-ара еңел атлетика кросы уҙҙы. Ярыштарҙа Шаран, Баҡалы, Стәрлетамаҡ, Мишкә, Туймазы һәм республиканың башҡа райондары спортсылары ҡатнашты. Слет Шаран ауылында үтте.
Ҙур спорт байрамын Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» фонды ойошторҙо. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Шаран районы хакимиәте сараны ойошторорға ярҙам итте.
Спортсыларҙың йәшенә ҡарап, йүгереү төрлө дистанцияға бүленде. Ярыштарҙы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре асып ебәрҙе, артабан мәктәп уҡыусылары йүгерҙе, старттарҙы эшләүсе йәштәр тамамланы, тип аңлатты ойоштороусылар.
Республиканың спорт министрлығы ярыштарҙа еңеүселәрҙе миҙалдар, грамоталар һәм Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» фонды ҡиммәтле бүләктәр менән наградланы.
«Кростың йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итә һәм йылдан-йыл балаларҙа һәм төрлө йәштәге үҫмерҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алыуы ҡыуандыра. Бала саҡтан спорт менән дуҫлашҡандар сәләмәт һәм көслө кешеләр булып үҫәсәк», — тине Рима Баталова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика