12:02 (UTC+5), 29 Мая 2017

Республика вәкилдәре Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы съезында ҡатнашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының 7-се съезы һәм Евразия халыҡтары ассамблеяһының 1-се съезы уҙҙы. Съездарға күп милләтле Башҡортостан исеменән Республика халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостан урыҫтары соборы рәйесе Виктор Пчелинцев, татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева, республиканың танылған яҙыусылары, шағирҙары һәм йәмәғәтселәре составындағы делегация барҙы.
Съездарҙың эшендә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәләре, илдең йәштәр хәрәкәте, йәмәғәт ойошмалары һәм Евразия киңлегендәге 60 дәүләттең хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалары, дипломатик миссия вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар ҡатнашты.
Съезд барышында «Евразияның яңы быуыны» халыҡ-ара йәштәр форумы, «Күп милләтле Рәсәй», «Евразия — тыныслыҡ һәм татыулыҡ ҡитғаһы» күргәҙмәләре, «Балалар. Сәскәләр. Тормош» фотопроекты ойошторолдо, «Евразия — кино территорияһы» халыҡ-ара кинофестивале фильмдары күрһәтелде, «Иң яҡшы тәжрибәләр тупланмаһы» проект оҫтаханаһы менән таныштырыу, Евразия интеграцияһы көнөнә бағышланған флешмоб булды.
Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының 7-се съезы барышында уҙған Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы ултырышында сығыш яһаны һәм байтаҡ халыҡтар дуҫ, татыу йәшәгән күп милләтле, поликонфессиональ һәм полимәҙәни Башҡортостан «Евразияның йөрәге» булып тороуын, Евразияның дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу идеяларын тормошҡа ашырыуҙы үҙ тәжрибәһендә күрһәтеүен билдәләне.
Башҡортостан делегацияһы «Беҙ йәшәйәсәк Евразия» панель дискуссияһы эшендә әүҙем ҡатнашты. Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Виктор Пчелинцев хәҙерге Евразия донъяһының нисек булырға тейешлеге хаҡында фекерҙәрен әйтте, һәм аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Диалог майҙансыҡтары эшенең йомғаҡтары буйынса Евразия киңлегендә интеграция процестарын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләгән резолюция, шулай уҡ төбәктә һәм донъяла тыныслыҡты, тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында дәүләттәрҙең халҡына һәм башлыҡтарына, халыҡ-ара хөкүмәт-ара һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларға Мөрәжәғәт ҡабул ителде. Мөрәжәғәткә Евразия халыҡтары ассамблеяһының 1-се съезында ҡатнашыусылар, 60 илдең хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалары вәкилдәре ҡул ҡуйған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика