12:29 (UTC+5), 26 Май 2017

Башҡортостандан 300-ҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итәсәк

Башҡортостан Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан 300-ҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә ебәрелә. Ошо көндәрҙә республиканың йыйылыу пунктында Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына йәш һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы булды.
Башҡортостандың Хәрби комиссариатында хәбәр итеүҙәренсә, Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса быйыл яҙ төбәктән 5100-ҙән ашыу егет хеҙмәткә алынырға тейеш. Ҡоро ер ғәскәрҙәрен — 2500 самаһы, Һауа-космос көстәрен — 150-гә яҡын, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрен — 360 самаһы, Һауа-десант ғәскәрҙәре сафын — 180, үҙәк ҡарамағындағы хәрби частарҙы — 170-тән ашыу, Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәрен — 565, генераль штаб резервын 90-ға яҡын яҡташыбыҙ тулыландырасаҡ.
Республиканан хеҙмәткә алыныусыларҙың күбеһе Көнбайыш, Үҙәк һәм Көнсығыш округтарында хеҙмәт итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика