02:40 (UTC+5), 25 Май 2017

Дәүләт Думаһы Рәсәй президентын һайлау көнөн Ҡырымдың илебеҙгә ҡушылыу көнөнә күсерҙе

Андрей Старостин
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дәүләт Думаһы Рәсәй президентын һайлау көнөн Ҡырымдың илебеҙгә ҡушылыу көнөнә күсерҙе, тип хәбәр итә РБК. Депутаттар өсөнсө уҡыуҙа теркәүҙән төшөрөү танытмаһын бөтөрөү һәм һайлауҙар көнөн билдәләү тураһында һайлау ҡануниәтенә төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.
Киләһе һайлауҙарҙа теркәүҙән төшөрөү документы талап ителмәйәсәк. Һайлаусы теркәү урыны буйынса түгел, торған урыны буйынса тауыш биреү өсөн ошондағы һайлау комиссияһына тауыш биреү көнөнән бер көн алдан көндөҙгө сәғәт 2-гә ҡәҙәр (әммә 45 көндән иртәрәк түгел) ғариза тапшырырға тейеш.
Һайлау көнөн март айының икенсе йәкшәмбеһенән өсөнсөһөнә күсерергә ҡарар ителде. 2018 йылда ул 18 мартҡа тура килә – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы хаҡында президенттың килешеүгә ҡул ҡуйыуына дүрт йыл.
«Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы Рәсәй президентын һайлауҙар марттың икенсе йәкшәмбеһендә уҙа. Ләкин әгәр ул йәкшәмбе байрам көндәрен (мәҫәлән: 8 март) күсереү сәбәпле эш көнөнә тура килһә, һайлауҙар айҙың тәүге йәкшәмбеһенә күсерелергә тейеш. Сенаторҙар ошо системаны үҙгәртергә һәм байрамдар арҡаһында һайлауҙарҙы айҙың алдағы йәкшәмбеһенә түгел, ә киләһе ял көнөнә күсерергә тәҡдим итте», — тип аңлата баҫма.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика