10:12 (UTC+5), 24 Мая 2017

Башҡорт телендә дебаттар буйынса тәүге чемпионатта дүрт ораторҙар командаһы көс һынашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡорт телендә дебаттар буйынса тәүге чемпионатта дүрт ораторҙар командаһы көс һынашты. Ойоштороусыларға ғариза биргән 16-нан 30 йәшкә тиклемге һәр кем туған телендә сығыш яһай алды. «Һүҙ бәйгеһе»ндә дүрт команда ҡатнашты. Башҡорт телен мәктәптәрҙә мотлаҡ предметтар исемлегенә индерергә кәрәкме, эске туризмды үҫтереү мөһимме, һәм йәмғиәттең ниндәй формаһы яҡшыраҡ: матриархатмы әллә патриархатмы кеүек төрлө темаларға фекер алышыуҙар булды. Чемпионатты ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының Йәш Гвардияһы.
Күптәрҙең бындай ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, һәр команда лайыҡлы сығыш яһаны.
«Дебаттар интеллектуаль уйын ғына түгел, белемде байытыусы эшмәкәрлек төрө булараҡ та билдәләнә, — тип аңлатма бирҙе Йәш Гвардияның төбәк штабы етәксеһе Люция Юлуева. — Дебат уйындарында әүҙем ҡатнашыу студент йәштәрҙең интеллектуаль ял формаларын популярлаштырыуға булышлыҡ итә, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөһим фактор булып тора».
Еңел булмаған бәхәстә «Урал аръяғы» командаһы — алтын, «БайГаф» — көмөш, «Бөркөт» бронза миҙалға лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика