03:24 (UTC+5), 22 Мая 2017

Владимир Путин һәм Дмитрий Медведев 2025 йылға тиклем иҡтисад үҫешен тикшерҙе

kremlin.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев ил президенты Владимир Путинды 2017-2025 йылдарға хөкүмәттең эш планы менән таныштырҙы. «2019-2020 йылдар осоронда иҡтисадыбыҙҙың үҫеше уртаса донъя һәм унан юғарыраҡ кимәлгә сығырға тейеш. Ул иҡтисадҡа тиҙерәк үҫешергә һәм төп социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк», — тип доклад яһаны Дмитрий Медведев.
Ил Президенты билдәләүенсә, «бер ниндәй шәхестәргә лә, хатта эске сәйәси графикка ҡарамайынса, илебеҙҙең асыҡ һәм аңлайышлы иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү планы булырға тейеш». Тейешле план өҫтөндә эксперт төркөмдәр ҙә эшләүен иҫкә төшөрҙө ул. «Әммә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте башҡарған эш, һис шикһеҙ, бөтә тәҡдимдәр нигеҙендә эшләнергә тейеш», — тине Владимир Путин. Ул Премьер-министрға хөкүмәттең идеяларын, һуңынан төп вариантты һайлар өсөн эксперттарҙың әҙер эштәрен тикшерергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика