09:16 (UTC+5), 22 Мая 2017

Төбәктә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары эвакогоспиталдәрҙә яраларынан вафат булған яугирҙәргә обелиск өсөн урын билдәләй

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе активистары Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яугирҙәр ерләнгән урында һәйкәл ҡуйыу өсөн биләмәне ҡарап сыҡты. Обелискты Өфөлә Курочкин тауында асыу күҙаллана. Унда эвакогоспиталдәрҙә яраларынан вафат булған Ҡыҙыл Армия һалдаттары һәм офицерҙары күмелгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы мәғлүмәттәре буйынса, Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған моторҙар эшләү заводы эшселәре лә ошонда ята.
Курочкин тауындағы зыяратта ерләнгән яугирҙәрҙең һәм тыл эшсәндәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү, был урында хәрби мемориал булдырыу Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһе активистарының республика башлығы исеменә ебәргән тәҡдимдәр пунктының береһе булды. Әлеге ваҡытта ҡәберлек ташландыҡ хәлдә, бары тик ҡыйшайған металл обелисктар ғына һалдат ҡәберҙәре хаҡында хәтерләтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемдәр һаҡланмаған.
«Мемориал» дөйөм мәғлүмәттәр банкында Курочкин тауында күмелгән ике Ватан һаҡсыһы тураһында мәғлүмәт бар, — тип һөйләне Халыҡ фронты эксперты, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов. — Урынды ҡараған саҡта беҙ ҡала хакимиәте менән берлектә ташландыҡ зыяратта эштәр планын билдәләнек. Тәү сиратта урманды тәртипкә килтерергә, һуңынан һәйкәлде ҡуйыу урынын асыҡларға кәрәк. Беҙ йәнә урман буйлап йөрөп сыҡтыҡ, ҡәберҙәр өҫтөндәге бер нисә типовой билдәне таптыҡ. Һәйкәлдең урынын әлегә билдәләмәнек, сөнки урманда ҡәберҙәр күп. Урмандың ошо участкаһына үтеү ауырыраҡ».
Халыҡ фронты эксперттары зыяратта иҫтәлекле билдәләр ҡуйыуҙан тыш, өфөләр, шул иҫәптән уҡыусылар өсөн юл һалырға кәрәк, тигән фекергә килде. Һуңғы йылдарҙа тап Черниковка биҫтәһендәге мәктәп уҡыусылары үҙ көсө менән зыяратты тәртипкә килтерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика