08:29 (UTC+5), 19 Мая 2017

Рөстәм Хәмитов Сергей Аксёнов менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 майҙа Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёновтың эш осрашыуы булды. Төбәктәр араһында эшлекле, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Республикаларыбыҙ араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. 2014 йылдан алып бергә эшләйбеҙ, алға табан барабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡырымға ярҙам күрһәтеү буйынса эште дауам итеү күҙаллана. Ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтерәсәкбеҙ.
– Иң ауыр минуттарҙа һеҙ беҙҙең янда булдығыҙ. Был Башҡортостан Республикаһының Ҡырымдағы ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен күрһәтә лә инде. Үҙ-ара тығыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә бәйләнештәрҙе артабан да үҫтерә алырбыҙ тип ышанам, – тип билдәләне Сергей Аксёнов. – Башҡортостанға ла, Ҡырымға ла файҙалы булырҙай эш итеү режимдарын тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ. Иҡтисади проекттарыбыҙ сиктәрендә үҫеш нөктәләрен табыуыбыҙға шигем юҡ.
Сергей Аксёнов Өфө менән уны туғандарса мөнәсәбәт бәйләүе хаҡында ла һөйләне. Уның әсәһенең ата-әсәһе ошонда хәрби госпиталдә танышҡан. Әсәһе үҙе Өфөлә тыуған һәм артабан Өфө авиация институтын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.
2015 йылда Башҡортостан менән Ҡырым араһында сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, шуның менән бергә ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда Ҡырымға автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы, шулай уҡ һөт аҙыҡтарын оҙатыу иҫәбенә тауар әйләнеше 2,7 тапҡырға артҡан.
Ҡырым Республикаһына булышлыҡ итеү саралары барышында Башҡортостан яғынан Белогорск районына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелгән.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика