05:59 (UTC+5), 19 Май 2017

Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Ҡырым Республикаһы делегацияһы килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһының төбәк башлығы Сергей Аксёнов етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы килде. Сәфәрҙең программаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёновтың эш осрашыуы, эшлекле даирә вәкилдәренең һөйләшеүҙәре, республикаларҙың экспорт һәм инвестиция ҡеүәттәре менән таныштырыу ҡаралған.
Бөгөн, 19 майҙа, көндөң тәүге яртыһында яҡтар Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына, шулай уҡ финанс, мәҙәни һәм инвестиция үҙ-ара эш итеү өлкәһендә ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуясаҡ. Саралар планына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең бөтә өлкәләрендәге 12 йүнәлеш индерелгән.
Көндөң икенсе яртыһында Ҡырым делегацияһы «Өфө кабель» заводына, «Фармстандарт-ӨфөВита» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Өфө дәүләт авиация техник университетына, Нестеров исемендәге музейға, Археология һәм этнография музейына, Салауат Юлаев һәйкәленә бара.
Делегацияның сәфәре Конгресс-холда ике төбәктең ижади коллективтарының берлектәге концерты менән тамамлана.
Ҡырымдың Башҡортостандың Рәсәй эсендәге тауар әйләнешендәге өлөшө 0,9 процент тәшкил итә. 2015 йылда сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, шуның менән бергә ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда тауар әйләнеше республиканан аҙыҡ-түлек (һөт һәм ҡаймаҡ, аҡ май) һәм етештереү-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар (бензин, дизель яғыулығы) оҙатыу иҫәбенә 175,6 процентҡа артҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика