03:53 (UTC+5), 18 Май 2017

Төбәктә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 3,9 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 2017 йылда республика Хөкүмәте өҫтәмә 3,9 миллиард һумдан ашыу бүләсәк. Уларҙан 2,3 миллиард һум муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса йөкләмәләрҙе тәьмин итеү өсөн ҡала һәм район хакимиәттәренә йүнәлтеләсәк. Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарар проекты ҡабул ителде.
Ҡабул ителәсәк саралар 142 меңдән ашыу мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең етешлеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика