09:59 (UTC+5), 18 Мая 2017

Республика парламентарийҙары Йәмәғәт палатаһына 10 ағза һайланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан парламентарийҙары Йәмәғәт палатаһының 10 ағзаһын билдәләне. 18 майҙа республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында гражданлыҡ йәмғиәте институтының яңы составының бер өлөшө өсөн тауыш биреү үтте. Яңы составҡа Ирина Абрамова, Ольга Панчихина, Гөлназ Ҡолһарина, Владимир Волков, Рәсих Хәмитов, Рәсүл Сәғитов, Денис Йомаҙилов, Зөлфиә Хәйбуллина, Анатолий Дубовский, Айгөл Моратова инде.
Закондар сығарыу йыйылышына 73 кандидат тәҡдим ителгән. Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты уларҙы ҡануниәт тарафынан билдәләнгән талаптарға ярашлы булыуын тикшерҙе. Һөҙөмтәлә 12 тәҡдимдең талаптарға тап килмәүе асыҡланды. Рейтинг тауыш биреүе өсөн йомғаҡлау исемлегенә 61 кандидат индерелде.
Йәмәғәт палатаһына һайланған ағзалар республика башлығы раҫлаған коллегалары менән бергә 15 көн эсендә палатаға тағы ла 10 ағза — урындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен алыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Белешмә. «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында»ғы законға ярашлы Йәмәғәт палатаһы составына 30 кеше инә. 10 кешене – республика Башлығы, тағы ла унауһын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим итә, 10 ағза конкурс нигеҙендә һайлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика