Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Май 2017, 11:34

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек Советы секретары һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең берлектәге кәңәшмәһендә ҡатнашты

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 16 майҙа Ҡазанда (Татарстан) Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Хәүефһеҙлек Советы секретары Николай Патрушев һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән берлектәге күсмә кәңәшмәһендә сығыш яһаны.
Кәңәшмәлә терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү буйынса саралар, шулай уҡ законһыҙ миграцияға ҡаршы эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмәне асып, Михаил Бабич округ төбәктәрендә экстремистик һәм террористик күренештәрҙе иҫкәртеү системаһы булдырылыуын һәм тотороҡло эшләүен, милләт-ара һәм конфессия-ара хәлгә мониторинг үткәрелеүен, уның үҙгәреүенә иғтибар итеү саралары алгоритмы әҙерләнеүен билдәләне.
– Һөҙөмтәлә 2014-2017 йылдарҙа округ биләмәһендә шартлатҡыстар ҡулланып, кеше ғүмерҙәрен өҙгән террористик акттарға юл ҡуйылманы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле. – 2016 йылда оператив материалдарҙы тормошҡа ашырыу барышында хәүефһеҙлек органдары Башҡортостан, Татарстан, Киров һәм Түбәнге Новгород өлкәләре биләмәләрендә ошо хәүефте юҡ итте.
Михаил Бабич фекеренсә, иҫкәртеү эше – бөтә кимәлдәрҙә иҫкәртеүсе, дөрөҫ, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәғлүмәт алыу буйынса саралар ҡабул итеү һәм хәүефһеҙлеккә янауҙарҙы ваҡытында юҡҡа сығарыу террористик һәм экстремистик ойошмаларҙа ҡатнашҡан, шулай уҡ милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙән файҙаланған кешеләрҙең енәйәтсел уйҙарын тормошҡа ашырыуға ҡаршы эш итеү ысулдарының береһе булып тора.
– Ошо эшмәкәрлек ил өсөн мөһим халыҡ-ара спорт һәм ижтимағи-сәйәси сараларға әҙерләнеү, уларҙы үткәреү осоронда ғәйәт ҙур роль уйнай, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле. – Тәү сиратта был – 2017 йылдағы FIFA Конфедерация кубогы, сентябрҙә бер нисә субъект башлығын һәм төбәк парламенттары, муниципаль органдарҙың вәкиллекле органдары депутаттарын, 2018 йылда иһә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һәм футбол буйынса донъя чемпионаты.
Законһыҙ миграция хаҡында һөйләгәндә, Михаил Бабич бөгөн уның йәмғиәттең һәм дәүләттең байтаҡ өлкәләренә ҡағылыуын билдәләне.
Николай Патрушев үҙ сиратында дини экстремизм идеологияһының таралыуына һәм террористик эшмәкәрлектең әүҙемләшеүенә юл ҡуймау, законһыҙ миграцияға ҡаршы эш итеү буйынса сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн ведомство-ара эш итеү механизмдарын камиллаштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек Советы секретары милли диаспораларҙың вәкилдәре, сит ил граждандары һәм уларға эш биреүселәр менән Рәсәйҙең миграция ҡануниәте талаптары, уны боҙоу осраҡтары өсөн яуаплылыҡ тураһында аңлатыу эшен көсәйтеүҙең мөһимлеген билдәләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар халыҡ-ара террористик ойошмаларҙың ағзаларын асыҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы тикшерҙе.
Сара барышында федераль министрлыҡ һәм ведомство, көс структуралары вәкилдәре, округ төбәктәре башлыҡтары, Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек Советы ағзалары сығыш яһаны. Билдәләнгән проблемаларҙы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерелде.
Читайте нас: