02:07 (UTC+5), 16 Мая 2017

Башҡортостандан сенатор Өфө халҡының социаль проблемаларын контролгә алды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, эшкә урынлашыуға һәм башҡа мөһим социаль темаларға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе үҙ контроленә алды. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Өфөлә шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.
Осрашыуҙа тәү сиратта социаль һәм гуманитар өлкәләргә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Атап әйткәндә, кешеләрҙән дауалауҙың ҡатмарлы технологияларын ҡулланып, балаға медицина ярҙамы күрһәтеү, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу, китаптарҙы ҡабаттан нәшер итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, эшкә урынлашыу кеүек мөрәжәғәттәр килде.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, төбәк халҡы менән осрашыу йомғаҡтары буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыласаҡ. «Граждандарҙы ҡабул итеү барышында ҡатмарлы һорауҙар яңғыраны. Улар балаларҙың яҙмышына, социаль торлаҡ биреүгә ҡағылды. Мәсьәләләрҙең артында ҡайҙалыр түрәләрҙең вайымһыҙлығы, ҡайҙалыр ғариза биреүсенең хаталы хәл итеү юлын һайлауы тора. Шуға ҡарамаҫтан, сенаторҙарҙың, депутаттарҙың граждандарҙы ҡабул итеүҙәре айырым кешене ишетеү һәм уға ярҙам итергә тырышыу өсөн ойошторолған», — тине парламентарий.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика