10:41 (UTC+5), 15 Мая 2017

Константин Толкачев Һуңғы ҡыңғырау көнөндә «ҡоро закон»дың үтәлешен тәьмин итергә саҡырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хоҡуҡ һаҡлау органдарын һуңғы ҡыңғырау көнөндә «ҡоро закон»дың үтәлешен тәьмин итергә саҡырҙы. Үткән йылдың декабрендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында республика биләмәһендә алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Ағымдағы йылдың ғинуарынан яңы закон көсөнә инде. Ошондай сикләү 25 майҙа тәүге тапҡыр ҡулланыла.
«Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең яңы сикләүҙе ыңғай ҡабул итеүҙәренә ышанам. Ул балаларҙың тормошондағы төп байрамдарҙың береһен үткәргән ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Мәктәп менән хушлашыу көнө ыңғай һәм шатлыҡлы тәьҫораттар менән иҫтә ҡалырға тейеш. Ваҡлап сауҙа итеүселәр яңы Законды аңлап ҡабул итерҙәр һәм уның талаптарына буйһонорҙар тип өмөтләнәм. Мин үҙ сиратымда хоҡуҡ һаҡлау органдарына Һуңғы ҡыңғырау көнөндә сикләүҙең тәүгә ғәмәлгә индерелеүен иҫәпкә алып, закондың үтәлешенә айырыуса иғтибар бүлеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткем килә», — тине төбәк парламенты спикеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика