12:50 (UTC+5), 15 Мая 2017

Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеүҙәр әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Ҡытай менән сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға ниәтләй. Был хаҡта республика делегацияһының «Волга-Янцзы» форматындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса Советтың икенсе ултырышында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса билдәле булды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов видеоконференция режимында Волга буйы федераль округы делегацияһының «Волга-Янцзы» форматындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса Советтың икенсе ултырышында ҡатнашыуына әҙерлекте тикшерҙе. Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Совет 16 июндә Аньхой провинцияһының Хэфэй ҡалаһында йыйыла. Советтың рәйестәштәре — Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт советы ағзаһы Ян Цзечи. Рәсәй яғынан Совет эшендә Рәсәйҙең Сит ил эштәре, Иҡтисади үҫеш һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары, Туризм буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, шулай уҡ округ төбәктәренең ҙур вазифалы кешеләре ҡатнаша.
Хэфэй ҡалаһында Советтың икенсе ултырышы барышында Башҡортостан делегацияһы Аньхой, Сычуань, Цзянси провинцияларының халыҡ хөкүмәттәре һәм Ҡытай үҫеш банкы менән сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, инвестиция өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөргә ниәтләй.
Ошо уҡ осорҙа Рәсәй-Ҡытай Йәштәр форумын ябыу тантанаһы була, унда Башҡортостандан 10 студент ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика