07:37 (UTC+5), 11 Май 2017

Башҡортостандан сенатор Өфө гимназистарына милли батырҙарҙың һындарын яһау серҙәре хаҡында һөйләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан сенатор Рафаил Зинуров Өфө уҡыусыларына милли батырҙарҙың һындарын яһау серҙәре тураһында һөйләне. Өфөләге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары менән осрашыу Дмитрий Медведевтың баш ҡалалағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә үтте.
Рафаил Зинуров үҙенең хеҙмәт биографияһы менән таныштырҙы, һөнәри эшмәкәрлегенән буш ваҡытын арнаған ижади шөғөлдәренә айырыуса нығыраҡ туҡталды.
«Прокуратурала эшләгән сағымда уҡ скульптура менән шөғөлләнә башланым, Ҡытай, Япония, Бразилия, Әрмәнстан кеүек илдәрҙең милли батырҙарының һындарын яһаным. Әле минең коллекциямда төрлө материалдан эшләнгән ҡырҡтан ашыу скульптура бар», — тип һөйләне Рәсәй парламенты юғары палатаһының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы.
Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Рафаил Зинуровтың шиғырҙар менән яҙылған «Әрмәнстан — мең йыллыҡтар юлы» исемле өс томлыҡ хеҙмәттең авторы икәнлеге хаҡында ла белде. Сенаторҙы ошо әҫәрен яҙырға әрмән халҡының тарихы илһамландырған һәм уны Әрмәнстан ғалимдары ғилми трактат тип таныған.
«Алдыңа һәр саҡ маҡсат ҡуйырға һәм уға ирешергә ынтылырға кәрәк. Мин һеҙгә телевизорҙы аҙыраҡ ҡарарға һәм күберәк үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә кәңәш итер инем. Интернет был йәһәттән бик ҙур ярҙамсы. Иң мөһиме, уны тәү сиратта белем алыу өсөн файҙаланыу», — тип кәңәш бирҙе йәштәргә парламентарий.
Осрашыу аҙағында мәктәп етәкселеге менән уҡыу йортонда Рафаил Зинуровтың скульптуралар күргәҙмәһен ойоштороу һәм уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе үткәреү хаҡында һөйләшеп килешелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика