03:38 (UTC+5), 10 Май 2017

Төбәк халҡы дүртенсегә «Үлемһеҙ полк» сафында атлап уҙҙы

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан халҡы үҙҙәренең төп ҡала һәм ауыл урамдары буйлап «Үлемһеҙ полк» сафында атлап уҙҙы. Ватансылыҡ акцияһы бөтә-халыҡ кимәленә күтәрелде. Иң ҙур парад республиканың баш ҡалаһында уҙҙы. Өфөнөң «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Рәсәйҙең дәүләт ҡомартҡылары, фашистик Германияны ҡыйратҡан Совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәрҙең рәсми Еңеү символы – Еңеү Байрағы етәкләне. Меңдәрсә кеше ҡулдарына туғандарының – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың фотолары менән транспаранттар тотоп, дүртенсе тапҡыр бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сарала тамашасылар менән бергә бөтәһе 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Йылдан-йыл ул арта бара – былтыр унда Өфөнән 53 мең самаһы кеше ҡатнашты. Быйыл ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡала хаҡимиәте маршрутты «Спорт» туҡталышынан «Дан булвары»на тиклем оҙайтырға ҡарар итте. Былтыр Өфөнөң «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Еңеү Байрағының күсермәһе етәкләне. Рәсәйҙең дәүләт ҡомартҡылары артынан ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Өфөнөң Үлемһеҙ полк Байрағы һәм Еңеү Байрағы флагын тотоп үтте.
2015 йылда Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур акция үтте. Өфө уҡыусылары иң әүҙем ҡатнашыусылар булды, улар һуғышта һәләк булған туғандары хаҡында мәғлүмәт табып, акция порталында теркәлде һәм һалдаттарҙың фотолары менән транспоранттар әҙерләне. Атап әйткәндә, акция сайтында «Үлемһеҙ полк» йылъяҙмаһына 250 мең тирәһе ветерандың исеме яҙылған.
Еңеүсе фронтовиктарҙың иҫтәлеге ҡәҙерле булғандар Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғыштарында ҡатнашҡан туғандарының фотолары менән транспаранттар тотоп берҙәм сафта атланы.
Белешмә. «Үлемһеҙ полк» халыҡ-ара ижтимағи акцияны 2011 йылда Томск өлкәһе журналистары башлап ебәрҙе. Хәҙер халыҡ хәрәкәте 64 дәүләтте һәм биләмәне солғап алды. Хәрәкәтте электрон «Халыҡ йылъяҙмаһы» алып бара, унда фронтовиктарҙың тарихы хаҡында мәғлүмәт тупланған.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика