02:59 (UTC+5), 05 Мая 2017

Республика ике мәктәп төҙөүгә федераль ҡаҙнанан 773,4 миллион һум аласаҡ

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан ике мәктәп төҙөүгә федераль ҡаҙнанан 773,4 миллион һум аласаҡ. Республика бюджетынан өҫтәмә финанслау 115,6 миллион һум тәшкил итәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Рузалиә Хисмәтуллина хәбәр итте, Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре хаҡында отчетты тикшереү йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың йөкләмәһенә аңлатма биреп.
Рәсәй Финанс һәм Мәғариф министрлыҡтары 2017 йылдың 18 майына ҡәҙәр «Мәктәп уҡыусылары өсөн заманса белем биреү мөхитен булдырыу» 2016-2025 йылдарҙағы өҫтөнлөклө проектта «Рәсәй Федерацияһы субъекттарында яңы дөйөм белем биреү ойошмалары (ҡулланыласаҡ фараздарҙан сығып) булдырыуға булышлыҡ итеү» программаһын тормошҡа ашырыуға 2017 йылда 10,2 миллиард һум күләмендә федераль ҡаҙнанан өҫтәмә саралар бүлеү тураһындағы мәсьәләне хәл итергә тейеш.
Рузалиә Хисмәтуллинаның һүҙҙәренсә, мәктәп төҙөүгә һәм яңыртыуға Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан 615 миллион һум бүлеү күҙалланған. Шулай уҡ бюджетта белем биреү учреждениеларын ремонтлауға 200 миллион һум ҡаралған.
«Был заманса талаптарға яуап биргән яңы мәктәп урындары булдырырға һәм республика мәктәптәрендә бер сменала уҡыуҙы 80 процентҡа еткерергә мөмкинлек бирәсәк», — тип парламентарий телмәренән өҙөк килтерә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика