08:45 (UTC+5), 04 Мая 2017

Сенаторҙар усаҡ яҡҡан өсөн штрафтарҙы миллион һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә – киң мәғлүмәт саралары

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Сенаторҙар усаҡ яҡҡан өсөн штрафтарҙы миллион һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Парламентарийҙар урман янғындарының күпселеген халыҡтың яуапһыҙлығы һәм ғәмһеҙлеге менән бәйләй, тип хәбәр итә «РИА Новости».
«Парламентская газета» Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Александровтың түбәндәге һүҙҙәрен килтерә: «Был мәсьәләләргә етдиерәк ҡарарға кәрәк. Дәүләт Думаһы депутаты булған саҡта һәм ҙур штраф һалыу өсөн сығыш яһағанда, бындай түләүҙәр кәрәкмәй, кешеләрҙең аҡсаһы юҡ, тип әйтә торғайнылар миңә. Ләкин мин башҡа уй-ниәттәр менән ошондай ҙур штрафтар тәҡдим итәм».
Әлеге көндә штрафтарҙың суммаһы бер кемде лә ҡурҡытмай, тип иҫәпләй халыҡ һайланыусылары. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоп, усаҡ яҡҡан өсөн граждандарға өс мең һумға тиклем штраф янай. Әгәр янғын сыҡһа, граждандар — биш мең, вазифалы кешеләр — 50 мең, ойошмалар 500 мең һумдан алып миллион һумғаса түләргә тейеш.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ике йыл элек сенаторҙар урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләүҙәрҙе арттырыу тураһында закон проектын тәҡдим иткәйне, ләкин был башланғыс ҡаралманы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика