03:13 (UTC+5), 02 Май 2017

Владимир Путин Башҡортостандың яңы эске эштәр министрын тәғәйенләне

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы сайтынан
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты полиция генерал-майоры Роман Викторович Деевты биләгән вазифаһынан бушатып, Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләне. 1 майҙа Владимир Путин тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо уҡ документ менән дәүләт башлығы полиция полковнигы Андрей Демидовты республиканың эске эштәр министры урынбаҫары – полиция етәксеһе итеп тәғәйенләне.
Белешмә. Роман Викторович Деев 1966 йылдың 8 сентябрендә Тамбов ҡалаһында тыуған. 1983 йылдан алып эске эштәр органдарында. 1987 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Омск юғары милиция мәктәбен тамамлаған. 2001 йылдан Тамбов өлкәһе буйынса Эске эштәр идаралығы етәксеһе урынбаҫары – штаб етәксеһе. 2011 йылдың июнь айында Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрының бойороғо менән Тамбов өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһына билдәләнә. 2012 йылдың 30 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1325-се указы менән Байкал аръяғы буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика